Тәджвид башлаусылар өсөн
Тәджвид башлаусылар өсөн

Тәджвид (ғәрәб. تجويد‎‎) — Ҡөрьәнде орфоэпик уҡыу ҡағиҙәһе һәм уға ярашлы ҡөрьәни дисциплина (’илм әт-тәджвид), уның аша Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ирешелә һәм был мәғәни асылдың үҙгәреүенән һаҡлай.

+75
уроков
+3
часов обучения
+120
очков
+1
бейдж

Был бүлектә һеҙ ғәрәп алфавиты хәрефтәренең әйтелеше, яҙылышы һәм ҡайһы бер сифаттары менән танышырһығыҙ. Бар күрһәтелгән уҡыу материалын өйрәнеп сыҡҡас, беҙ һеҙгә ғәрәп алфавиты буйынса белем кимәлегеҙҙе асыҡлар өсөн мастер-тест үтергә тәҡдим итәбеҙ.

Өйрәнеүҙе башларға Мастер тест үтергә

Ғәрәбсә уҡырға өйрәнер өсөн, бер алфавит хәрефтәрен белеү генә етмәй. Ғәрәп телендә хәрефтәр хәрәкәттәр менән килә. Хәрәкәттәр һаны ғәрәп телендә өс. Улар ҡыҫҡаҡ яңғырау өндәр булып тора. Был дәрестәрҙә һеҙ хәрәкәттәрҙең береһе - "Фәтхә" менән танышырһығыҙ.

Өйрәнеүҙе башларға Мастер тест үтергә

Был бүлектә һеҙ хәрефтәрҙең һүҙҙәрҙең төрлө урындарындағы яҙылыштарын өйрәнерһегеҙ. Һеҙ беренсе ғәрәп һүҙҙәрен уҡый һәм яҙа башлаясаҡһығыҙ. Күпләгән практик мәсьәләләр һәм тестар белемегеҙҙе нығытырға ярҙам итер.

Өйрәнеүҙе башларға Мастер тест үтергә

Был бүлектә һеҙ уҡый башлаясаҡһығыҙ! Хәҙер һеҙең белемегеҙ яйлап еңелдән ҡыйынға күсә килеп уҡыр өсөн етәрлек. Тәүҙә беҙ фәтхәле ябай һүҙҙәрҙе әйтергә өйрәнербеҙ, аҙаҡ ҡыҫҡаҡ һөйләмдәргә күсербеҙ, һәм был бүлекте ҙурыраҡ һөйләмдәр менән тамамларбыҙ.

Өйрәнеүҙе башларға Мастер тест үтергә

Был бүлектең дәрестәрендә һеҙ ғәрәп алфавитының икенсе хәрәкәте - кәсра менән танышырһығыҙ. Һеҙ бар хәрефтәрҙең был хәрәкәт менән әйтелешен өйрәнерһегеҙ, һәм шулай уҡ әйтелештәге иң киң таралған хаталар тураһында белерһегеҙ.

Өйрәнеүҙе башларға

Был бүлектә һеҙ һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе ике хәрәкәт - фәтхә һәм кәсра менән уҡырға өйрәнерһегеҙ.

Өйрәнеүҙе башларға

Был бүлектә һеҙ, "дәммә" тип аталған, ғәрәп алфавитының өсөнсө хәрәкәте менән танышырһығыҙ

Өйрәнеүҙе башларға

Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән һеҙ ғәрәп теленең бар хәрәкәттәрен өйрәндегеҙ. Хәҙер һеҙ ҡыйыу теләһә ҡайһы һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм хатта Ҡөрьән аяттары өҙөктәрен хәрәкәттәр менән уҡый алаһығыҙ!

Өйрәнеүҙе башларға

Был бүлек оҙонайыуҙы аңлатыусы «Мәдд» темаһына бағышланған. Һеҙ өс хәрәкәт менән теләһә ҡайһы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе уҡырға өйрәндегеҙ инде. Хәҙер тасуири уҡыуҙың тағын бер мөһим өлөшсәһе - мәдд менән танышырға ваҡыт килеп етте. Мәдд - ул яңғырау өндө ике хәрәкәткә һуҙыу. Мәдд хәрефтәре барыһы өс. Беренсе мәдд хәрефен - Әлифте өйрәнә башлайыҡ.

Өйрәнеүҙе башларға

Үткән бүлектәрҙә һеҙ Әлиф хәрефе менән мәдд төшөнсәһен өйрәндегеҙ. Был бүлек темаһы - ي хәрефе менән мәдд.

Өйрәнеүҙе башларға

Үткән бүлектәрҙә беҙ ا һәм ي хәрефтәре менән оҙонайыу төшөнсәһен өйрәндек. Был бүлек дәрестәрендә һеҙ тағын бер мәдд хәрефе - و тураһында белерһегеҙ.

Өйрәнеүҙе башларға

Һеҙ бар мәдд хәрефтәрен дә өйрәнеп сыҡтығыҙ һәм өс оҙонайыу хәрефтәре булған һүҙҙәрҙә уҡый алаһығыҙ. Был бүлек дәрестәрендә һеҙ мәддтең ҡайһы бер төррҙәре, уларҙың оҙонлоғо һәм тамғаланышы тураһында белерһегеҙ

Өйрәнеүҙе башларға

Сукун – ул хәрәкәттәрҙең бер төрлө ҡапма-ҡаршылығы. Ул яңғырау өндөң юҡлығын аңлата. Сукун торошонда һәр бер хәрефтең үҙ үҙенсәлектәре бар, шуға ла уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәнеү бик мөһим.

Өйрәнеүҙе башларға

Был биткә аңлатмалар


Был биттең фунциялары йәки йөкмәткеһе буйынса фекерегеҙҙе әйтергә теләйһегеҙме? Әңгәмә башлаусы булығыҙ.